28 Диуарҙың Ат ҡапҡаһынан арыраҡ өлөшөн ҡаһиндар йүнәтте, уларҙың һәр береһе үҙ йортоноң ҡаршыһында эшләне.
Ғаҫалъяһты тотоп алалар һәм, һарайҙың Ат ҡапҡаһына инә торған еренә алып килеп, шунда үлтерәләр.
Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ.
Ғаҫалъяһты тотоп алдылар һәм батша һарайына аттарҙы йөрөтә торған ҡапҡанан алып килеп, шунда үлтерҙеләр.
Улар артынан үҙ өйҙәренең ҡаршыһында Бинйәмин менән Хашшув эшләне; артабан үҙ йорто янындағы урынды Ғананияһ улы Мағасеяһтан тыуған Ғазаръяһ төҙәтте.
Харумаф улы Йедаяһ иһә уның янында үҙ йорто ҡаршыһында эшләне. Уның менән йәнәш Хашавнеяһ улы Хаттуш төҙәтеү эштәрен башҡарҙы.
Ҡаһиндарҙан һуң Иммер улы Садоҡ үҙ йортоноң ҡаршыһындағы диуарҙы төҙәтте. Уның артынан Көнсығыш ҡапҡаһы ҡарауылсыһы Шеханъяһ улы Шемағъяһ эшләне.