Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 3:26 - Изге Яҙма

26 Ғофел ҡалҡыулығында йәшәгән ҡорам хеҙмәтселәре көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһы ҡаршыһын һәм алғараҡ сығып торған манараға тиклем тергеҙҙе.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 3:26
13 Referencias Cruzadas  

Ҡорам хеҙмәтселәре Ғофелдә йәшәне, уларҙың башлығы Сиха менән Гишпа ине.


Етенсе айҙа, Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәп ятҡанда, бар халыҡ, бер кешеләй булып, Һыу ҡапҡаһы алдындағы майҙанға йыйылды. Улар ғилем эйәһе Ғөзәйергә Муса ҡануны – Раббының Исраилға бойороҡтары яҙылған төргәк китапты килтерергә ҡушты.


Шишмә ҡапҡаһына еткәс, улар Дауыт ҡалаһының баҫҡыстары буйлап туп-тура юғарыға, диуарға күтәрелделәр ҙә Дауыт йорто эргәһенән көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһына йүнәлделәр.


Һыу ҡапҡаһы тапҡырындағы майҙанда ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдында ошо китапты ул таң атҡандан алып төшкә тиклем уҡыны. Халыҡ ҡанун китабын үтә лә иғтибар менән тыңланы.


Шунан һуң ул Дауыт ҡалаһының тышҡы диуарын төҙөтә, уны Гихондан көнбайышта, үҙән буйлап Балыҡ ҡапҡаһына тиклем үткәреп, Ғофел тирәләй әйләндерә һәм бик ныҡ бейегәйтә. Йәһүҙәлә бөтә нығытылған ҡалаларға хәрби башлыҡтар ҡуя,


Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын яһата, Ғофел ҡалҡыулығындағы ҡала диуарына ла күпте төҙөтә.


Шулай уҡ башҡа халыҡ, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Алла ҡануны хаҡына сит халыҡтарҙан айырылған һәммә кешеләр, уларҙың ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары, бөтә аңлы кешеләр


Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне.


Унан да арыраҡ – алғараҡ сығып торған ҙур манара ҡаршыһынан Ғофел диуарына тиклем Теҡоға кешеләре эшләне.


Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта.


Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios