Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 3:15 - Изге Яҙма

15 Шишмә ҡапҡаһын Миспа биҫтәһе башлығы Кол-Хозе улы Шаллун йүнәтте: эш тамамланғас, ҡапҡаның башын ябып, ишек һәм йоҙаҡ-биктәрен ҡуйҙы. Ул шулай уҡ Батша баҡсаһы ҡаршыһындағы Шелах быуаһы буйындағы диуарҙы Дауыт ҡалаһынан төшә торған баҫҡысҡа тиклем төҙәтте.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 3:15
19 Referencias Cruzadas  

– Шилоах быуаһына барып йыуын, – тине (Шилоах – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә). Һуҡыр барып йыуынды, кире килгәндә күҙҙәре күрә ине.


– Был халыҡ, тын ғына аҡҡан Шилоах һыуҙарын һанға һуҡмайынса, Ресин менән Ремалъяһ улына һоҡлана икән,


Шишмә ҡапҡаһына еткәс, улар Дауыт ҡалаһының баҫҡыстары буйлап туп-тура юғарыға, диуарға күтәрелделәр ҙә Дауыт йорто эргәһенән көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһына йүнәлделәр.


Йәки Шилоах манараһы ауғанда уның аҫтында ҡалып һәләк булған ун һигеҙ кеше Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы?


Шунан Шишмә ҡапҡаһына һәм Батша быуаһына килдем. Әммә унда һыбай сығырлыҡ урын булмағанлыҡтан,


Йермеяһ Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барҙы һәм уның янында илдә ҡалған халыҡ араһында йәшәй башланы.


Тиреҫ ҡапҡаһын Бейт-Һаккәрәм биҫтәһе башлығы Рехав улы Малкияһ йүнәтте: уны төҙөп, ишектәрен, йоҙаҡтарын һәм биктәрен ҡуйҙы.


Уларҙан арыраҡ Йәрүсәлимдең икенсе яртыһына идара иткән Һаллохеш улы Шаллум үҙенең ҡыҙҙары менән эшләне.


Уларҙың эргәһендә Йәрүсәлимдең яртыһына идара иткән Хур улы Рефаяһ эшләне.


Улар эргәһендә Ғивғон кешеһе Мелатъяһ менән Мероноҫ кешеһе Ядон һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығына буйһонған Ғивғон һәм Миспа халҡы эшләне.


Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана.


Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Миспалағы йыйын тураһындағы хәбәр Бинйәмин ырыуына ла барып етте. Исраилдар: – Һөйләгеҙ әле, был яуызлыҡ нисек ҡылынды? – тип һораны.


Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.


Ниһайәт, мин уларға: – Ниндәй бөлгөнлөктә йәшәгәнебеҙҙе күрәһегеҙҙер, – тинем. – Йәрүсәлим емерелгән, ҡапҡалары яндырылған. Әйҙәгеҙ, Йәрүсәлимдең диуарҙарын төҙөйөк тә башҡа былай хурланып йәшәмәйек.


Артабан ҡорал һаҡлағысҡа күтәрелгән юл ҡаршыһында, мөйөшкә тиклем, Миспа биҫтәһенең башлығы Йешуағ улы Ғезәр эшләне.


Баҡсаларымдағы ағастарҙы һуғарырға быуалар төҙөттөм.


Дауыт нығытмаға инеп урынлашты һәм уны Дауыт ҡалаһы тип атаны. Ул Миллонан башлап ҡаланың үҙәгенә тиклем төҙөнө.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios