Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 3:1 - Изге Яҙма

1 Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 3:1
19 Referencias Cruzadas  

Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.


– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр.


Йәрүсәлимдә Һарыҡ ҡапҡаһы янында йәһүдсә Бейт-Заҫа тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан айуанда


Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.


Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,


Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.


Ә мөйөштәге юғары бүлмәнән башлап Һарыҡ ҡапҡаһына тиклемге урынды көмөшсөләр менән сауҙагәрҙәр йүнәтте.


Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарынды, һуңынан халыҡты, ҡапҡаларҙы, диуарҙы таҙарындырҙы.


Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде.


Санбаллатҡа, Товияһҡа, ғәрәп Гешемға һәм башҡа дошмандарыбыҙға минең диуарҙы төҙөп бөтөрөүем һәм унда емерек урындарҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр барып ишетелгәс, әйткәндәй, мин ул ваҡытта ҡапҡаларҙы ҡуймаған да инем әле –


Унан арыраҡ – мөйөштән алып баш ҡаһин Әлйәшив йортоноң ишегенә тиклем Заббай улы Барух тырышлыҡ һалды.


Етәкселәр ғәскәргә: «Арағыҙҙа яңы йорт һалып та, уны туйламаған берәй кеше бармы? – тип мөрәжәғәт итер. – Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, өйөндә башҡа берәйһе йәшәр.


Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ,


Ерҙәренә үҙҙәренең исемдәрен ҡушһалар ҙа, Ҡәберҙәре – улар өсөн мәңгелек йорт, Быуындан-быуынға улар шунда ҡалыр.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Унан ары Әлйәшив йорто ишегенән алып шул йорт бөткән ергә тиклем Һаҡҡос улы Урияһтан тыуған Меремоҫ төҙәтте.


Быға тиклем Аллабыҙ йортоноң келәттәре өсөн яуаплы итеп Әлйәшив ҡаһин тәғәйенләнгәйне. Ул, Товияһтың туғаны булғанға күрә,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios