Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 2:20 - Изге Яҙма

20 Уларға яуап итеп, мин: – Күк Аллаһы Үҙе беҙгә уңыш ҡаҙандырасаҡ. Ә беҙ, уның ҡолдары, һис шикһеҙ, төҙөлөшкә тотонасаҡбыҙ. Һеҙҙең иһә Йәрүсәлимдә өлөшөгөҙ ҙә, хаҡығыҙ ҙа юҡ, бында исемегеҙ ҙә иҫкә алынмаясаҡ, – тинем.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 2:20
21 Referencias Cruzadas  

Һинең был хеҙмәттә ҡатнашырға хоҡуғың юҡ, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел.


Зеруббавел да, Йешуағ та, Исраилдың башҡа нәҫел башлыҡтары ла уларға: – Аллабыҙҙың йортон төҙөүҙә һеҙҙең менән бер ниндәй уртаҡлығыбыҙ ҙа юҡ. Фарсы батшаһы Кирҙың бойороғо буйынса, Исраил Аллаһы Раббыға йортто беҙ үҙебеҙ генә төҙөйәсәкбеҙ, – тине.


Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,


һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.


Йортомда, диуарҙарым араһында Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә – Хәтирә һәм исем-ат бирермен. Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр.


Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.


Ул Һинән ғүмер һораны – бирҙең, Көндәрен оҙон, мәңгелек иттең.


Корнелиус уға ҡото осоп ҡараны: – Нимә, әфәнде? – Доғаларың һәм хәйер-саҙаҡаларың ҡорбанға һаналып, Алла хозурында ҡабул ҡылынды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Ә таж Хелдай, Товияһ, Йедағъяһ һәм Сефанъяһ улы Йошияһтың хәтирәһе булып Раббы ҡорамында торор.


– Батшаның бар хеҙмәтселәре һәм батша өлкәләрендәге барлыҡ халыҡтар белә: әгәр ҙә берәй кеше, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, саҡырылмайынса батша янына, эске ихатаға инһә, уны, ҡанунға ярашлы, үлем язаһы көтә. Бары тик батша уның яғына төбәп алтын таяғын һуҙһа ғына, теге кеше иҫән ҡала. Ә минең утыҙ көн инде батша янына саҡырылғаным юҡ.


Алланан ҡурҡырға өйрәткән Зәкәрьяһ иҫән саҡта, Ғуззияһ Аллаға ынтылып йәшәй. Ғуззияһ Раббыға ынтылған дәүерҙә, Алла уның тормошон уңышлы итә.


Күңел асҡан көндәрегеҙҙә һәм байрамдарығыҙҙа, яңы ай тыуған көндәрҙә, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтергәндә борғо ҡысҡыртығыҙ – был Аллағыҙға үҙегеҙҙе иҫкә төшөрөү булыр. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.


Һарун, мөҡәддәс урынға кергән саҡта, Исраил улдарының исемдәрен Раббы алдында даими хәтерләтеп тороу билгеһе итеп, һәр саҡ күкрәгендә – түшлектә – йөрөтһөн.


Икмәк саҙаҡаларының өҫтөнә таҙа ладан ҡуй. Икмәктәр өҫтөндәге ладан Раббы өсөн ут ҡорбаны, икмәк урынына яндырыла торған иҫтәлек өлөшө булһын.


Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым.


Әммә Раббының тоғро мөхәббәте Мәңгеләрҙән мәңге Үҙенән ҡурҡҡандар менән бергә! Тоғролоғо иһә уларҙың балаларының балаларына етә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios