Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:6 - Изге Яҙма

6 Был хәлдәр булғанда мин Йәрүсәлимдә юҡ инем. Бабил батшаһы Артахшаста хакимлығының утыҙ икенсе йылында мин батша янына барғайным. Күпмелер ваҡыт үткәс, батшанан рөхсәт алып,

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:6
7 Referencias Cruzadas  

Тағы бер нәмә: мин Йәһүҙә ерендә өлкә башлығы итеп билдәләнгән көнөмдән башлап – Артахшаста батша хакимлыҡ итә башлағандың егерменсе йылынан алып утыҙ икенсе йылына тиклем – ун ике йыл буйына мин үҙем һәм туғандарым өсөн тейешле булған аҙыҡты алманым.


Әммә төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән.


Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине.


Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.


Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios