Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:5 - Изге Яҙма

5 уға ҙур бер бүлмәне биреп ҡуйған. Элек был бүлмәгә икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмала, һауыт-һаба, игендең, шараптың, зәйтүн майының левиҙәргә, йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына тейешле ундан бер өлөшөн һәм ҡаһиндар өсөн килтерелгән саҙаҡаларҙы һалалар ине.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:5
9 Referencias Cruzadas  

Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:


Левиҙәр уңыштың унынсы өлөшөн йыйған ваҡытта, Һарун нәҫеленән булған бер ҡаһин левиҙәр янында булырға, левиҙәр иһә үҙҙәренә тейгәндең ундан бер өлөшөн Аллабыҙ йортона, келәт бүлмәләренә алып барып тапшырырға тейеш.


Улар балта оҫталарына, төҙөүселәргә Йәһүҙә батшалары емергән биналарҙы йүнәтеү өсөн юнылған таш менән өрлөк һәм элгес-күгәндәр өсөн ағас һатып алырға тип тарата.


Аллабыҙ йортондағы келәттәргә ҡаһиндар өсөн тәүге тарттырылған он, саҙаҡалар, төрлө ағас емештәрен, шарап, зәйтүн майы килтерергә һәм левиҙәргә еребеҙҙең ундан бер өлөшөнөң уңышын бирергә. Левиҙәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә ҡалаларҙа ла уңыштың ундан бер өлөшөн йыясаҡ.


Йәрүсәлимгә ҡайттым. Әлйәшивтең яман эше – Алла йорто ихатаһында Товияһҡа бүлмә биреүе тураһында белдем.


Ҡапҡа айуанында ишекле бүлмә булып, унда тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар ине.


Хизкияһ Раббы ҡорамында келәт бүлмәләр әҙерләргә ҡуша, һәм был бойороҡ үтәлә.


шулай уҡ, ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ йортона, унда хеҙмәт иткән ҡаһиндарға баш бала булып тыуған улдарыбыҙҙы, эре һәм ваҡ малдан алған тәүге үрсемде килтерергә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios