Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:26 - Изге Яҙма

26 – Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:26
10 Referencias Cruzadas  

Һорамағаныңды ла бирәм һиңә: йәшәгән осороңда бер генә батша ла ирешә алмаған мал-мөлкәткә эйә булырһың һәм дан ҡаҙанырһың.


Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.


зиһен үә ғилем бирелер һиңә. Ә мал-мөлкәтте, дан-шөһрәтте Мин һиңә былай ҙа бик мул бирермен – һиңә тиклемге батшаларҙың да, һинән һуң киләсәктәренең дә береһендә лә ул тиклем булмаған да, булмаҫ та.


Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк була.


Ҡеүәтеңде ҡатындарға бирмә, батшаларҙы бөлгөнлөккә төшөрөүселәргә юлыңды бирмә.


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Сөләймән бөтә Исраилға батшалыҡ итте.


Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios