22 Шунан мин левиҙәргә таҙарынып, шәмбе көнөнөң изгелеген һаҡлар өсөн, ҡапҡаларҙы ҡарауылларға килергә бойорҙом. Эй Аллам! Ошолар өсөн дә мине иҫеңә ал, икһеҙ-сикһеҙ тоғро мөхәббәтеңә күрә миңә шәфҡәт күрһәт.
Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарынды, һуңынан халыҡты, ҡапҡаларҙы, диуарҙы таҙарындырҙы.
Эй Аллам! Ошо эштәрем өсөн мине иҫеңә ал. Аллам йорто һәм ундағы хеҙмәт өсөн һалған тырышлыҡтарым юйылмаһын ине!
билдәләнгән ваҡытта утын килтереүҙе һәм тәүге уңыш саҙаҡаларын биреүҙе юлға һалдым. Эй Аллам! Мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине.
Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың уйланыуҙары.
Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең; Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес.
Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ,
Йә Аллам, был халыҡ өсөн эшләгәндәремә күрә мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине!
Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
Хизкияһ ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанын килтерергә бойора. Ҡорбан килтереү йолаһына керешкәс, борғоларға һәм Исраил батшаһы Дауыттың уйын ҡоралдарына ҡушылып, Раббыға бағышланған йыр башлана.
Ҡаһиндар уларҙы сала, бөтә Исраилды гонаһтарынан паклар өсөн, уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирпә, сөнки батша тотош яндырыу менән гонаһ ҡорбанын бөтә исраилдар өсөн килтерергә ҡушҡан була.
Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.
Аллаң Раббы бойорғанса, шәмбе көнөн тот һәм уны изге ит.
Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.
Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.