Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 13:17 - Изге Яҙма

17 Мин Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләренә: – Ниңә һеҙ ошондай золом ҡылып, шәмбе көнөн нәжесләйһегеҙ?

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 13:17
14 Referencias Cruzadas  

Мин бының өсөн түрәләргә шелтә яһаным һәм: – Ни өсөн Алла йорто ҡарауһыҙ ҡалдырылған? – тип һораным. Таралғандарҙы йыйып алып, вазифаларына кире ҡайтарҙым.


Бының өсөн мин уларҙы һүктем, ҡәһәрләнем, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен туҡманым, сәстәрен йолҡтом, Алла хаҡына ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, ә улдарығыҙға һәм үҙегеҙгә ҡыҙҙарын алмағыҙ, тип ялбарҙым.


Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,


Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?


«Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».


Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән.


Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!


Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.


Бер аҙ уйлағандан һуң, дәрәжәле кешеләрҙе һәм башлыҡтарҙы ҡаты шелтәләп, әйттем: – Һеҙ үҙ ағай-энеләрегеҙҙән артығын алаһығыҙ, – тинем. Улар арҡаһында мин ҙур йыйын йыйҙым


Сығыштары менән Тирҙан булып, Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләр ҙә балыҡ һәм һәр төрлө тауар килтереп, шәмбе көндө Йәһүҙә халҡына һата ине.


Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios