14 Эй Аллам! Ошо эштәрем өсөн мине иҫеңә ал. Аллам йорто һәм ундағы хеҙмәт өсөн һалған тырышлыҡтарым юйылмаһын ине!
Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.
билдәләнгән ваҡытта утын килтереүҙе һәм тәүге уңыш саҙаҡаларын биреүҙе юлға һалдым. Эй Аллам! Мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине.
Шунан мин левиҙәргә таҙарынып, шәмбе көнөнөң изгелеген һаҡлар өсөн, ҡапҡаларҙы ҡарауылларға килергә бойорҙом. Эй Аллам! Ошолар өсөн дә мине иҫеңә ал, икһеҙ-сикһеҙ тоғро мөхәббәтеңә күрә миңә шәфҡәт күрһәт.
Аллаңдың йорто өсөн тағы ла башҡа нәмәләр талап ителһә, шуларҙы батша хазинаһынан алырһың.
Йә Аллам, был халыҡ өсөн эшләгәндәремә күрә мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине!
Уны Дауыт ҡалаһында батшалар янына ҡуялар, сөнки ул Аллаға һәм Уның ҡорамына хеҙмәт итеп, Исраилда тик изгелек кенә эшләй.
Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:
Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;
Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.
Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.