Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 12:44 - Изге Яҙма

44 Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 12:44
17 Referencias Cruzadas  

Башҡаларға хеҙмәт итеү һәләте бирелһә, хеҙмәт итһен, өйрәтеү бүләге бирелһә, өйрәтһен.


Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.


Мине тыңлап, көн һайын ҡапҡам төбәндә уяу торғандар, ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле.


Уларҙың вазифаһы Раббы йортондағы хеҙмәттә Һарун нәҫеленә ярҙам итеү була: ихаталарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртиптә тотоу, изге әйберҙәрҙең таҙалығын хәстәрләү һәм Алла йортондағы башҡа эштәрҙе башҡарыу,


Левиҙәрҙән дүрт баш һаҡсы бик яуаплы вазифа башҡара, Раббы йорто бүлмәләрен һәм хазиналарын һаҡлай.


Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.


Ул сағында уға ата мөлкәтен һатҡандан һуң тейгән өлөштән тыш, ризыҡтан да башҡа ҡаһиндарға биргән кеүек тигеҙ өлөш булыр.


Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай.


шулай уҡ, ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ йортона, унда хеҙмәт иткән ҡаһиндарға баш бала булып тыуған улдарыбыҙҙы, эре һәм ваҡ малдан алған тәүге үрсемде килтерергә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios