Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 12:39 - Изге Яҙма

39 Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 12:39
12 Referencias Cruzadas  

Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр.


Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне.


Иҫке ҡапҡаны Пасеах улы Йоядағ менән Бесодъяһ улы Мешуллам йүнәтте: улар ҡапҡаның өрлөгөн һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙы.


Балыҡ ҡапҡаһын Сенаа нәҫеле төҙөнө: ҡапҡаның өрлөктәрен һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙылар.


Узай улы Палал мөйөш менән Өҫкө батша һарайынан алғараҡ сығып торған, һаҡсылар ихатаһына йәнәш урынлашҡан манара ҡаршыһында эшләне. Уның артынан Парғош улы Педаяһ менән


Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте.


Йәрүсәлимдә Һарыҡ ҡапҡаһы янында йәһүдсә Бейт-Заҫа тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан айуанда


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.


Ул осорҙа Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимде ҡамауҙа тота, ә Йермеяһ пәйғәмбәр Йәһүҙә батшаһы һарайындағы һаҡсылар ихатаһында тотҡонлоҡта ята ине.


– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр.


Шунан шөкөрана мәҙхиәләре йырлаусы ике төркөм дә Алла йорто янында йыйылды. Мин һәм минең менән бергә түрәләрҙең яртыһы,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios