Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 12:30 - Изге Яҙма

30 Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарынды, һуңынан халыҡты, ҡапҡаларҙы, диуарҙы таҙарындырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 12:30
14 Referencias Cruzadas  

Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.


Һөргөндән ҡайтҡан исраилдар менән, Исраилдың Аллаһы Раббыға табыныу өсөн, эргә-тирәләге халыҡтарҙың әшәкелегенән айырылған барлыҡ кешеләр ашап ултырҙы.


былай ти: – Мине тыңлағыҙ, левиҙәр! Үҙегеҙҙе паклағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббының ҡорамын изгеләндерегеҙ, мөҡәддәс урындан уны нәжесләгән бөтә нәмәләрҙе сығарып ташлағыҙ.


Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,


Шунлыҡтан ул халыҡ гонаһтары өсөн дә, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш.


Һәр баш ҡаһин, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтарҙан пакланыр өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.


Бына шулай мин халыҡты сит ҡәүемдәргә хас бөтә нәмәнән таҙарындырҙым, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең һәр береһенә айырым вазифа йөкмәттем,


Шунан мин левиҙәргә таҙарынып, шәмбе көнөнөң изгелеген һаҡлар өсөн, ҡапҡаларҙы ҡарауылларға килергә бойорҙом. Эй Аллам! Ошолар өсөн дә мине иҫеңә ал, икһеҙ-сикһеҙ тоғро мөхәббәтеңә күрә миңә шәфҡәт күрһәт.


Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була.


Муса халыҡҡа былай тине: – Иртәнән һуңға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ.


Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.


Бейт-Гилгалдан, Гевағ һәм Ғазмауыҫ яҡтарынан йырсылар йыйылды, сөнки йырсылар ауылдарын Йәрүсәлим тирәләй төҙөгәйне.


Исраил Аллаһы Раббының һандығын күтәреп килтерер өсөн ҡаһиндар менән левиҙәр үҙҙәрен паклай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios