Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 11:17 - Изге Яҙма

17 доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 11:17
15 Referencias Cruzadas  

Баҡбаҡҡар, Хәрәш, Галал, Миха улы Маттанъяһ, Миха – Зихриҙың, Зихри – Асафтың улы;


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Шунан һуң мин Йәһүҙә түрәләрен диуарҙың өҫтөнә сығарҙым һәм, шөкөрана мәҙхиәләре йырлар өсөн, ике ҙур төркөм тәғәйенләнем. Уларҙың береһе диуар буйлап уң яҡҡа, Тиреҫ ҡапҡаһына табан атланы.


Маттанъяһ, Бакбукъяһ, Ғовадъяһ, Мешуллам, Талмон, Ғаҡҡув ҡапҡа һаҡсылары ине; улар ҡапҡаға яҡын келәттәрҙе ҡарауылланы.


Заккур, Шеревъяһ, Шеванъяһ,


Шулай уҡ Һеманды, Йедуҫунды һәм исемдәрен атап тағы бер нисә кешене «Раббының тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип Раббыны данлар өсөн тәғәйенләй.


Исраил Аллаһы Раббыға доға ҡылһындар, Уға шөкөр итһендәр һәм данлаһындар тип, Дауыт левиҙәрҙән Раббы һандығы янында хеҙмәт башҡарыусыларҙы ҡуя:


Мефи-Бошеҫтың Миха исемле бәләкәй улы бар ине. Сива йортонда йәшәгән бөтә кеше Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтселәренә әүерелде.


Левиҙәрҙең башлыҡтарынан Шаббеҫай менән Йозавад Алла йортонда тыштағы эштәргә етәкселек итте;


Изге ҡалала бөтәһе ике йөҙ һикһән дүрт леви йәшәне.


Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.


Сөнки борондан, Дауыт менән Асаф замандарынан уҡ йырсылар араһынан башлыҡтар ҡуйыла һәм Аллаға маҡтау, шөкөр итеү йырҙары башҡарыла ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios