1 Халыҡтың башлыҡтары Йәрүсәлимдә төйәкләнде. Бүтәндәр йәрәбә һалды: уларҙың ундан бер өлөшө изге ҡала Йәрүсәлимдә ҡаласаҡ, ә ҡалған туғыҙ өлөшө башҡа ҡалаларҙа йәшәйәсәк ине.
Үҙегеҙҙе изге ҡала исеме менән йөрөтәһегеҙ, Исраил Аллаһына таянаһығыҙ. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!
Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.
Изге ҡалала бөтәһе ике йөҙ һикһән дүрт леви йәшәне.
Беҙ, йәрәбә ташлап, ҡаһиндар, левиҙәр һәм халыҡ кемдең ҡасан Аллабыҙ йорто өсөн утын алып килергә тейешлеген билдәләнек. Ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына яғыр өсөн һәр нәҫел йыл һайын тәғәйен ваҡытта утын килтерәсәк.
Шунан һуң Иблис Уны Йәрүсәлимгә – изге ҡалаға алып килеп, Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы.
– Раббыбыҙ! Һиңә һәр береһенең күңелендә ни ятҡаны мәғлүм. Йәһүҙә үҙенә насип урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итергә Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайланың, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.
Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Йәрүсәлим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе.
Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.
Хеҙмәт башҡарыу өсөн олоһо-кесеһе тиң булып, һәр ҡапҡаны йәрәбә һалып бүлешәләр.
Унда, Шилола, Раббы хозурында, Йушағ йәрәбә һалды һәм илде Исраил ырыуҙары араһында бүлде.
Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Маҫҫиасҡа төштө, һәм ул бүтән ун бер илсе иҫәбенә индерелде.
Йәрүсәлимгә урынлашҡан ҡайһы бер йәһүҙи, бинйәмин, әфраим һәм менашшелар – түбәндәгеләр.
Шәжәрәләренән күренгәнсә, улар һәммәһе нәҫел башлыҡтары була. Йәрүсәлимдә йәшәйҙәр.
Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта.
Бынан тыш мин халыҡҡа: – Һәр кем үҙ кешеләре менән төнгөлөккә Йәрүсәлимдә ҡалһын, – тинем. – Улар төнөн һаҡта, ә көндөҙ эштә булһын.