Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 10:39 - Изге Яҙма

39 Сөнки Исраил халҡы ла, левиҙәр ҙә саҙаҡаларын: иген, шарап, зәйтүн майын – Изге торлаҡтың һауыттары һәм Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың, ҡапҡа һаҡсыларының, йырсыларҙың кәрәк-яраҡтары һаҡланған келәттәргә илтергә тейеш. Аллабыҙ йортон ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ!

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 10:39
12 Referencias Cruzadas  

Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.


Килтерелгән бүләктәрҙе, ғөшөрҙәрҙе, бағышланған саҙаҡаларҙы – һәммәһен теүәлләп күсерәләр. Улар янында леви Конанъяһ мөдирлек итә, уның ҡустыһы Шимғи уға ярҙамсы итеп тәғәйенләнә.


Ашлығығыҙҙың, шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, эре һәм ваҡ малығыҙҙың тәүге үрсемен, нәҙер ҡорбандарығыҙҙы, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандар һәм саҙаҡаларығыҙҙы йәшәгән урындарығыҙҙа ашарға ярамай.


Левиҙәргә әйт: ундан бер өлөштөң иң яҡшы өлөшөн Раббыға биргәндән һуң ҡалғаны ырҙындан килтерелгән ашлыҡ йәки йөҙөм һыҡҡыстан сыҡҡан тәүге һут һымаҡ һаналыр.


Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.


– Левиҙәргә шуны еткер: исраилдарҙан Мин һеҙгә тип биргән унынсы өлөштө алғас, шуның унынсы өлөшөн Раббыға саҙаҡа итегеҙ.


Хизкияһ Раббы ҡорамында келәт бүлмәләр әҙерләргә ҡуша, һәм был бойороҡ үтәлә.


Зеруббавел менән Нөхәмияһ дәүерендә бөтә Исраил халҡы йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына көн һайын өлөш биреп торҙо; шулай уҡ левиҙәргә лә тейешле өлөш бирелде, левиҙәр ҙә Һарун нәҫеленән булғандарға өлөш бүлде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios