Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нөхәмияһ 10:31 - Изге Яҙма

31 Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Нөхәмияһ 10:31
24 Referencias Cruzadas  

Алты көн эшләрһегеҙ, әммә етенсе көн – шәмбе, ял көнө, изге йыйын көнө. Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Йәшәгән һәр ерегеҙҙә Раббының шәмбе көнө был.


ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә – бер нәмә лә эшләмәгеҙ.


Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була.


Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай.


Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.


Беренсе һәм етенсе көндә изге йыйын үткәрелһен. Был ике көндә һис кем бер нәмә лә эшләмәһен, бары тик үҙенә ризыҡ ҡына әҙерләргә мөмкин.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен.


Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа.


Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.


Ул көндәрҙә мин тағы шуға шаһит булдым: йәһүдтәр Ашдод, Ғаммон, Моав ҡатындарына өйләнгән.


Һеҙҙең ошондай ҙа ҙур золом ҡылыуығыҙҙы, сит ер ҡатындарын алып, Аллабыҙға хыянат итеүегеҙҙе ишетеү беҙгә аяныслы түгелме ни?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios