Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нахум 2:2 - Изге Яҙма

2 Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн, Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр, Дошмандары уларҙы тапап, Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн, Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр, Дошмандары уларҙы тапап, Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн, Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр, Дошмандары уларҙы тапап, Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә.

Ver Capítulo Copiar




Нахум 2:2
14 Referencias Cruzadas  

Ул көн һин, эй Йәрүсәлим, Миңә ҡаршы ҡылған гонаһтарың менән Үҙ-үҙеңде улай хурламаҫһың, Сөнки Мин һинең араңдан Затлылығы менән маҡтанғанды Алып ташлармын, Инде һин Минең изге тауымда Эреләнеп маһаймаҫһың.


Артабан боттары, ерәнгес нәмәләре һәм енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәҫтәр. Уларҙы йәшәгән һәм гонаһ эшләгән барлыҡ ерҙәрҙән ҡотҡарып таҙарындырырмын. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Һине ситкә типтеләр, күрә алманылар. Яныңдан һис кем үтмәне. Инде һине мәңгегә ғорурлыҡ, Бөтөн быуындарҙың ҡыуанысы итәсәкмен.


Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.


Йөҙөм йыйыусылар килгән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни? Төндә ҡараҡтар инһә лә, кәрәк тиклем генә алыр ине.


Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Уның нығытмаларында Алла Үҙен Ышаныслы һаҡлаусы итеп танытты.


«Моав йәш сағынан һил йәшәне, Шарап төпрәһеләй тондо, Бер һауыттан икенсеһенә ҡойолманы – Һөргөнгә оҙатылманы; Шуға тәме боҙолманы, хуш еҫе үҙгәрмәне.


уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, һәр яҡҡа таралған халҡым Исраилды үҙҙәре киткән ҡәүемдәр араһынан йыйып алып, үҙ ерҙәренә кире ҡайтарасаҡмын.


Емерелде, ергә тигеҙләнде, Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе. Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй, Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә, Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына.


Ҡамауға әҙерлән, эсергә һыу йыйып ҡуй, Ҡәлғәләреңде нығыт, Мәтегә инеп, балсыҡ баҫ, Кирбес һуғыр өсөн ҡалып йүнәт.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios