Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нахум 1:9 - Изге Яҙма

9 Раббыға ҡаршы ниндәй мәкер ҡорһаң да, Ул барыбер юҡҡа сығарасаҡ, Дошман ҡабат баш күтәрә алмаясаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Раббыға ҡаршы ниндәй мәкер ҡорһаң да Ул барыбер юҡҡа сығарасаҡ, Дошман ҡабат баш күтәрә алмаясаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Раббыға ҡаршы ниндәй мәкер ҡорһаң да, Ул барыбер юҡҡа сығарасаҡ, Дошман ҡабат баш күтәрә алмаясаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Нахум 1:9
17 Referencias Cruzadas  

Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.


Тыуғанымдан алып Һиңә тапшырылдым, Әсәм ҡарынынан бирле – Аллам Һинһең.


Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.


Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.


Эй Ниневе, Раббыға ҡаршы золом уйлаған, Мәкер йөрөткән кеше һинән сыҡты.


Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.


Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын.


Ғамаса уның ҡулындағы ҡылысынан һаҡланырға уйламаны, Йоав уның ҡорһағын ярып ебәрҙе. Ғамасаның эсәк-бауыры килеп сыҡты, икенсе тапҡыр ҡаҙарға ла тура килмәне. Ғамаса йән биргәйне инде. Йоав ҡустыһы Авишай менән Бихри улы Шевағты ҡыуа китте.


Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ, Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр. Сөнки бөйөк Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан – Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем.


Шунан былай тип әйт: «Бабил ошолай батыр һәм Раббы уға ебәргән һәләкәттән бүтәнсә ҡалҡа алмаҫ, бөтөнләй хәлдән тайыр». Ошо урында Йермеяһтың һөйләгәндәре тамамлана.


Раббы Хаким былай ти: «Бына, бәлә артынан бәлә! Дәһшәтле бәлә килә.


Шунда һәр йән эйәһе белер: Мин Раббы ҡылысымды ҡынынан тартып сығарҙым, һәм ул урынына ҡабат кермәйәсәк».


Баштарына аҡыл, ҡулдарына ҡеүәт бирҙем, Ә улар Миңә ҡаршы мәкер ҡора.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios