Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Нахум 1:4 - Изге Яҙма

4 Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ул янаһа – диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.

Ver Capítulo Copiar




Нахум 1:4
22 Referencias Cruzadas  

Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.


Сөнки Ул сарсаған йәндәрҙе һуғара, Астарҙы игелек менән туйындыра.


Диңгеҙҙе, даръя һыуҙарын ҡоротҡан, Йолоп алғандарың уҙа алһын өсөн Диңгеҙ төбөн юлға әйләндергән һин түгелме?


Тәрән һыуҙарға: „Кибегеҙ! Мин йылғаларығыҙҙы ҡоротам!“ – тип бойорам.


Раббы мәрхәмәтле, ғәҙел, Аллабыҙ беҙҙең рәхимле.


Мине әжәлдең бауҙары сырмап алды, Үлеләр донъяһының ғазаптары башыма төштө, Бәлә-ҡазаға, ҡайғыға тарыным!


Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы, Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә.


– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.


Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы, Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға, Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе, Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып, Ер йөҙөнә түгеүсе – Исеме Уның – Раббы!


Ғамос былай тине: «Сиондан гөрһөлдәй Раббы, Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй, Көтөүлектәр тотош сатнап кибә, Кармәл тауының түбәһе ҡорой».


Йылға-ҡултыҡтарын ҡоротам, ерен залим әҙәмдәргә тапшырам, илде, ундағы бөтә нәмәне яттар ҡулы менән вайран итәм. Мин, Раббы, әйттем быны».


Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“.


Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.


йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты.


Раббының дәһшәтле ауазынан, Танауы бөркөгән һулышынан Диңгеҙ тәрәнлектәре күренде, Донъяның нигеҙҙәре асылды.


Тауҙарҙы, ҡалҡыулыҡтарҙы ҡоротормон, Ундағы бар йәшеллек кибәсәк. Йылғаларҙы утрауҙарға әйләндерермен, Күлдәрҙе киптерермен.


Диңгеҙҙәге балыҡтар, күктәге ҡоштар, ҡырҙағы януарҙар һәм ерҙәге бөтә һөйрәлеүселәр, ер өҫтөндәге бөтә әҙәм Минең алдымда ҡалтырап торасаҡ. Тауҙар емерелер, ҡаялар ҡолар, бөтә диуарҙар ергә йығылыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios