Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 7:6 - Изге Яҙма

6 Сөнки улы атаһын хурлай, Ҡыҙ әсәһенә, килен ҡәйнәһенә баш күтәрә, Кешенең дошмандары – үҙ өйөндәгеләр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Сөнки улы атаһын хурлай, Ҡыҙ әсәһенә, килен ҡәйнәһенә баш күтәрә, Кешенең дошмандары – үҙ өйөндәгеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Сөнки улы атаһын хурлай, Ҡыҙ әсәһенә, килен ҡәйнәһенә баш күтәрә, Кешенең дошмандары – үҙ өйөндәгеләр.

Ver Capítulo Copiar




Миха 7:6
24 Referencias Cruzadas  

Атаһы – улына, улы – атаһына; әсәһе – ҡыҙына, ҡыҙы – әсәһенә; ҡәйнәһе – килененә, килене ҡәйнәһенә ҡаршы булыр.


Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер.


Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.


Атаһын ҡәһәрләгән һәм әсәһенә фатиха теләмәгән заттар була.


Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр.


Ул шәкерттәренә былай тине: – Икмәген минең менән бер һауытҡа манып ашағандарҙың береһе Миңә хыянат итәсәк.


Һинең менән килешеү төҙөгәндәр барыһы Илдән һине ҡыуып сығарыр; Дуҫ күреп йөрөгәндәрең һине һатыр, Бынан ары көн күрһәтмәҫ. Һинең менән ашап-эсеүселәр Һиңә тоҙаҡ ҡорор: «Уның аҡылы ҡайҙа?» – тиер.


Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.


Хатта туғандарың, үҙ ғаиләң – Улар ҙа хыянат итте һиңә, Артыңдан ҡысҡырып оҙаталар. Алдыңда яҡшы һөйләһәләр ҙә, Ышана күрмә уларға».


Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.


Шунан Дауыт Авишайға һәм бөтә хеҙмәтселәренә: – Үҙемдән тыуған балам мине үлтерергә йыйына икән, Бинйәмин ырыуынан булған ул бәндәнән нимә көтәһең? Теймәгеҙ, тиргәшһен әйҙә, Раббы ҡушҡан уға, – тине. –


Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың, Инде хәҙер алдын була алмаҫһың. Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып, Ятыр урынымды бысраттың.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы Илде ялҡын һымаҡ өтөп алыр, Халыҡ ялҡынға ем булыр, Туған туғанын йәлләмәҫ.


Һәр берегеҙ дуҫынан һаҡланһын, Ағай-энегеҙгә ышанмағыҙ, Сөнки туған туғанына аяҡ сала, Күрше күршеһенә яла яға.


Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр, Һәр кем яҡынына дошман булыр, Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр, Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios