Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 7:1 - Изге Яҙма

1 Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙан бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.

Ver Capítulo Copiar




Миха 7:1
14 Referencias Cruzadas  

«Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.


Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған ҡала, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһе Ваҡытынан алда өлгөргән инжир һымаҡ буласаҡ. Уны күргән бере бик тиҙ өҙөп алып йотасаҡ.


Зәйтүн ағасынан емештәрен Ҡойоу өсөн ағас нисек һелкетелһә, Уңышын йыйғас, ҡыуаҡта Нисә бөртөк йөҙөм ҡалһа, Донъя халыҡтары шулай ҡалыр.


Зәйтүн ағасын һелкеткәндән һуң Иң башында ике-өс бөртөк ҡалған һымаҡ, Суҡ ботаҡта дүрт-биш емеш ҡалған һымаҡ Бик аҙ кеше иҫән ҡалыр». Исраилдың Аллаһы Раббы шулай тип белдерә.


«Хәсрәт төштө башыма! – тип зарланаһың. – Сөнки Раббы, әрнеүемә өҫтәп, ҡайғы бирҙе. Ыңғырашып хәлдән тайҙым, тынғылыҡ тапмайым», – тиһең.


Ҡайғы миңә! Ни тип әсәм мине тыуҙырҙы икән? Мин бөтә ил менән талашып, тартышып йәшәйем. Бер кемгә лә бурысҡа бирмәнем, Бер кемдән дә бурысҡа алманым, Әммә барыһы миңә ҡарғыш яуҙыра.


Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»


Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Һинең һаҡлаусың – Раббы, Ул уң яғыңда, һинең ышығың.


Кәрзиндәрҙең береһендә – иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендә – ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр.


Ерҙә үҫтерелгән һәм Раббыға килтерелгән тәүге уңыштың һәммәһе һинеке булыр. Йортоңдағы бөтә пак кеше уны ашай ала.


«Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала, ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы?


Раббы былай ти: «Йәрүсәлим урамдарын ҡыҙырып сығығыҙ, Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ! Майҙандарынан эҙләгеҙ: Әгәр ғәҙел эш иткән, Дөрөҫлөк эҙләгән кешене тапһағыҙ, Мин ҡаланы ярлыҡайым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios