Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 4:5 - Изге Яҙма

5 Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр ваҡыт һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр саҡ һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр ваҡыт һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Миха 4:5
19 Referencias Cruzadas  

Халҡымды Үҙ көсөм менән ҡеүәтле итермен, Исемемә лайыҡ тормошта йәшәрҙәр». Раббы шулай тип белдерә.


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


Эй Яҡуп нәҫеле, кил! Раббы яҡтылығының нуры аҫтында йөрөйөк.


Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Села


Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Мәсихтә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ.


Ысынлап та, ҡануның буйынса йәшәп, Йә Раббы, Һиңә өмөт бағлайбыҙ. Һинең исемеңде иҫкә алыу – Беҙҙең йөрәгебеҙҙең теләге.


Бөгөнгә тиклем шулай: һәр кем элекке йолалары буйынса йәшәй, Раббынан ҡурҡмай, Раббы Исраил тип атаған Яҡуптың нәҫеленә үтәргә бойорған ҡағиҙәләрҙе, ҡарарҙарҙы, ҡанун һәм бойороҡтарҙы тотмай.


Әммә һәр ҡәүем үҙенең илаһтарын да яһаны. Үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа Самария халҡы төҙөп ҡалдырған ғибәҙәтханаларҙа ошо илаһтарҙың һындарын ҡуйҙылар.


Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Илдә ашлыҡ ишелеп уңһын, Тау итәктәрендә башаҡтар тулҡынланһын! Башаҡтары Ливандағылай тос булһын, Ҡалаларҙа халыҡ ҡырҙағы үлән һымаҡ ишәйһен!


Элек Ул бөтә халыҡтарға үҙҙәренең юлдарынан барырға ихтыяр бирә ине.


Эй Раббы Аллабыҙ, Һинән башҡа хужалар беҙгә хакимлыҡ итте, Әммә беҙ фәҡәт Һинең исемеңде таныйбыҙ.


Шулай итеп, Аллаң Раббының әйткәндәрен тыңла, Уның бөгөн мин һиңә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә.


Еңеү яулатып дан ҡаҙандырҙың, Дәрәжә, бөйөклөк менән бүләкләнең.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios