Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 3:9 - Изге Яҙма

9 Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,

Ver Capítulo Copiar




Миха 3:9
16 Referencias Cruzadas  

Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.


«Килмешәкте, етемде, тол ҡатынды ялған хөкөм иткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.


күрһәтмәләремде кире ҡаҡһағыҙ, ҡағиҙәләремде инҡар итһәгеҙ һәм килешеүҙе боҙоп, бойороҡтарымды тыңламаһағыҙ,


Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.


Яуызды яҡлашыу, ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт.


Залимдарҙың яуызлығы үҙ башына төшөр, сөнки улар ғәҙеллектән баш тартты.


Улар халҡыма мөҡәддәс һәм ғәҙәти нәмә араһындағы айырманы, пак менән нәжесте айырырға өйрәтер.


Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙарҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды.


Мин Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләренә: – Ниңә һеҙ ошондай золом ҡылып, шәмбе көнөн нәжесләйһегеҙ?


Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала.


Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр, Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios