Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 9:15 - Изге Яҙма

15 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғыра аламы? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул саҡта улар ураҙа тотор.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 9:15
22 Referencias Cruzadas  

Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Кейәүҙең кәләше бар. Янында баҫып торған дуҫы, уның тауышын ишетеп, ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.


Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләштәй күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Йәрүсәлимде күрҙем.


Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.


Икегеҙ килешеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа доға ҡылыуға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис, тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып, һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ.


сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, аслыҡтан һәм сарсауҙан яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡта ла туңдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем.


Шунан һуң Яхъяның шәкерттәре килеп Ғайсанан: – Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай? – тип һораны.


Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай, сөнки ул ямаулыҡ, ултырып, кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр.


Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар.


Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.


– Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтарҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме?


Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ, – тине Ғайса һәм


Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Әҙәм Улының көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios