Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 8:27 - Изге Яҙма

27 Барыһы ла хайран ҡалып: – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

27 – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Барыһы ла хайран ҡалып: – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 8:27
8 Referencias Cruzadas  

Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине. – Ул барыһын да яҡшы итеп эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.


Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шунда уҡ баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде.


Һәммәһе лә шаҡ ҡатты. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы ғилем… Уның яуыз рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!


Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Исраил Аллаһын данланы.


Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.


Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде. Артынан эйәреп килгән кешеләргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең Исраил халҡы араһында был тиклем көслө иманға эйә булған берәүҙе лә осратҡаным юҡ.


– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.


Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар шул тиклем ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмаған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios