Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 8:20 - Изге Яҙма

20 – Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 – Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 – Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 8:20
35 Referencias Cruzadas  

Халҡыңдың ғәйебен ярлыҡаның, Барлыҡ гонаһтарынан пакланың. Села


Мәрйәм үҙенең баш балаһын – Улын тыуҙырҙы һәм, йүргәккә төрөп, Уны мал утлыҡсаһына һалды, сөнки ҡунаҡ йортонда уларға урын юҡ ине.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Улар ашығып Бейт-Ләхәмгә килде, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапты.


Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр.


Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине.


Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйткәне хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә ғәфү ителмәҫ.


Әммә быларҙан алда берәүҙе ебәрҙе: Был ҡоллоҡҡа һатылған Йософ ине.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға: – Әҙәм Улы үлеп терелгәнгә тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип бойорҙо.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Филиппус Ҡайсареяһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән: – Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны.


Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер.


Сөнки Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы.


Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.


Ул заманда һандары аҙ, бик аҙ ине, Был илдә улар бары килмешәк булды.


– Яҡшы орлоҡ сәсеүсе – ул Әҙәм Улы, – тине Ғайса. –


Иманһыҙ һәм гонаһлы был быуын алдында кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла, Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгәндә, ул кешенән оялыр.


– Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер.


Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгән сағында ерҙә иман табырмы икән?


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ.


Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Ғайса иһә уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ, – тине. –


Әҙәм Улының элек булған урынына күтәрелгәнен күрһәгеҙ, нимә буласаҡ?


Халыҡ Уға: – Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул Әҙәм Улы? – тип яуапланы.


Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине: – Бына хәҙер Әҙәм Улы шөһрәт алды һәм Унда Алланың шөһрәте күренде.


– Ана, – тине ул. – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios