Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 7:28 - Изге Яҙма

28 Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәткәндәренә хайран ҡалды,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

28 Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәткәндәренә хайран ҡалды,

Ver Capítulo Copiar




Матфей 7:28
18 Referencias Cruzadas  

Уның өйрәтеүҙәренә бөтәһе лә хайран ҡалды, сөнки Ул хакимдарса һөйләй ине.


Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул ҡанун белгестәре һымаҡ түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне.


– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.


Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала аң-белем бирә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңланы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиештеләр. Шунан: –


Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.


Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымаған булһа ла, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.


Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.


Әммә быны нисек атҡарырға белмәнеләр, сөнки Ғайсаның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған халыҡ Уның менән ине.


Быны ишеткәс, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.


Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә:


Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.


Алла – беҙҙең һыйыныр ышығыбыҙ һәм ҡеүәтебеҙ, Бәләгә ҡалғанда ярҙамсыбыҙ.


Ғайса, һүҙен тамамлағас, Галилеянан китеп, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде.


Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.


сөнки Ул ҡанун белгестәре һымаҡ түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне.


Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалды.


Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios