10 Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер?
Арағыҙҙан кемегеҙ икмәк һораған улына таш тотторор?
Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.
Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.
Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.