Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 6:34 - Изге Яҙма

34 Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

34 Шуға күрә, иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етерлек.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

34 Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 6:34
20 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир.


Улар һәр иртә һайын яңыра. Һинең тоғролоғоң бөйөк, Раббым!


Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир.


унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.


Биктәрең – тимер һәм баҡыр һинең, Ҡеүәтең ғүмерең буйы ҡаҡшамаһын.


Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала?


– Эй Марта, Марта! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тине уға Ғайса Раббы, –


Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтерелгән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә, тип борсолмағыҙ.


Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ.


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios