Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 6:30 - Изге Яҙма

30 Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?

Ver Capítulo Copiar

Инжил

30 Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?

Ver Capítulo Copiar




Матфей 6:30
15 Referencias Cruzadas  

Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй иманы аҙҙар.


Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, уның бөтә даны – ялан сәскәһеләй. Үлән ҡорой, сәскә ҡойола,


Ғайса быны белеп: – Имандары аҙҙар! Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ?


– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.


Унан Томасҡа: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә ҡағыл! Шикләнмә, ә ышан, – тине.


– Ниңә улай ҡотоғоҙ осто? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын.


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил, – тине Ғайса.


– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios