Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 6:19 - Изге Яҙма

19 Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар инеп урлай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 6:19
23 Referencias Cruzadas  

Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.


Үҙе өсөн байлыҡ йыйған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.


Зирәклек ҡаҙаныу алтынға эйә булыуҙан, белем ҡаҙаныу саф көмөштән яҡшыраҡ.


Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ, әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр.


Быны ишеткәс, Ғайса былай тине: – Һиңә тағы бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр».


Ғайса, уның ҡайғырғанын күреп, былай тине: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын!


Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!


Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


– Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса.


Әгәр алтынға өмөт бағлаған булһам, Саф алтынды: „Ышанысым һин!“ – тиһәм,


Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Бур үҙе килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр ҙә түләрлек хәле булмаһа, уғрылығы өсөн уның үҙен ҡоллоҡҡа һатһындар. Әгәр ҙә урланған мал – үгеҙме ул, ишәкме йәки һарыҡмы – урлаусыла тере көйө табылһа, ҡараҡ бер баш мал урынына икене ҡайтарһын. Әгәр ҙә ҡараҡ, төн ҡараһын файҙаланып, өйгә төшөргә маташҡан саҡта тотолһа, уны үлтергән кеше ғәйепле түгел. Ләкин был хәл ҡояш сыҡҡас булһа, үлтергән кеше ғәйепте үҙе күтәрер.


Ҡараҡ ҡараңғыла диуарҙа ярыҡ яһай, Яҡтылыҡ тигәнде белмәй, көндөҙ боҫа.


Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай.


Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios