Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 4:10 - Изге Яҙма

10 – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 4:10
30 Referencias Cruzadas  

Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.


– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.


– Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса.


Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.


Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.


Имандаштарығыҙҙың бөтә донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы тороғоҙ.


Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.


Бер көндө илаһи заттар тағы Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.


Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы.


Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта.


Бер көндө илаһи заттар Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.


Ҡәүемдәргә хөкөм сығарыр, Ерҙе мәйеттәр менән тултырыр, Бөтә ер йөҙөндә башлыҡтарҙы иҙеп ташлар.


Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын.


Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ.


Ғайса сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне, ә фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.


– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап бирҙе уларға Ғайса. –


Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ!


Ибраһим нәҫеленән булған был ҡатынды Иблис ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Уны шәмбе көндә тышауҙан азат итергә ярамаймы ни? – тип яуапланы.


Шул ваҡыт ун ике шәкерттең береһе булған Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис инде.


– Шимғон! Шимғон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды.


Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыу менән уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.


Әммә Петрус: – Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –


ул кешене, Раббы көнөндә рухы ҡотҡарылһын тип, тәнен һәләк итеү өсөн Иблискә тапшырырға кәрәк.


Икегеҙ килешеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа доға ҡылыуға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис, тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып, һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ.


Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Беҙ уның ниәттәрен беләбеҙ бит.


Был аптырарлыҡ та түгел, сөнки Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә.


Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios