Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 3:7 - Изге Яҙма

7 Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте?

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте?

Ver Capítulo Copiar




Матфей 3:7
49 Referencias Cruzadas  

Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.


Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө хаҡһыҙлығына һәм яуызлығына Алла күктән асыуын күрһәтә бара.


Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?


Тимәк, беҙ Мәсихтең түгелгән ҡаны арҡаһында аҡланғас, һис һүҙһеҙ, Ул беҙҙе Алланың асыуынан ҡотҡарасаҡ.


Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре шул көндө Ғайса янына килеп ошондай һорау бирҙе:


– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.


Алла балалары менән Иблис балалары араһындағы айырма ошонда күренә: ғәҙел эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


Уның янында торған ҡайһы бер фарисейҙар быны ишеткәс: – Беҙҙе лә һуҡырға һанамайһыңдыр бит? – тип һоранылар.


Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!


Кемгә өндәшәйем? Кемде иҫкәртәйем? Кем әйткәндәремде тыңлар? Уларҙың ҡолаҡтары ҡапланған – бер нәмә лә ишетмәйҙәр; Раббының һүҙен хурлайҙар, Уның менән хушһынмайҙар.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Улар мине күптән белә һәм, теләһәләр, минең фарисейҙар төркөмөндә булғанлығым – динебеҙҙең иң талапсан тәғлимәтен тотоуым хаҡында шаһитлыҡ бирә алалар.


Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.


Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: – Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.


Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеүҙән шартлар хәлгә етеп,


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы.


Улар араһындағы фарисей вәкилдәре:


Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.


Аҡса яратҡан фарисейҙар, быларҙы ишетеп, Ғайсанан мыҫҡыллап көлдөләр.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартты. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡты.


Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр:


Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Һируд батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр.


Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Һируд әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.


Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын япҡанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды.


Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә, тип мәкер ҡорҙо.


Быны ишетеп фарисейҙар: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.


Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың тәҡүәлегенән артығыраҡ булмаһа, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.


Ҡара йылан күкәйе баҫалар, Үрмәксе ауы үрәләр. Кем ул күкәйҙе ашай, шул үлер, Ярылғанынан ағыулы йылан сығыр.


Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килеп: – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һоранылар.


Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.


Ғайса янына фарисейҙар менән саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios