Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 3:10 - Изге Яҙма

10 Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 3:10
26 Referencias Cruzadas  

Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тине.


Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып утҡа ташлайҙар.


Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.


Бындай кеше һыу буйына ултыртылған, Тамырҙарын йылға яғына йәйгән ағасҡа оҡшаш. Ул көндөң эҫелегенән ҡурҡмаҫ, Япраҡтары һәр саҡ йәшел ҡалыр. Ҡоролоҡ йылында хәүеф белмәҫ, Емеш биреүҙән туҡтамаҫ.


Ә инде сәнскәк тә ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм ахыр килеп уны яндыралар.


Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас: – Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно.


– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.


Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.


Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай эшләйҙәр икән, ҡороғандарына ни булыр?


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Әгәр уға ҡағылыр булһалар, Ҡулдарына йә тимер нәмә, йә һөңгө һабы алырҙар. Шул ерҙә үк утта яндырырҙар».


Яуыздар үҙ йәтмәләренә эләкһен, Мин иһә иҫән-аман уҙырмын.


Был әмер – күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios