Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 27:54 - Изге Яҙма

54 Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

54 Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

54 Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 27:54
22 Referencias Cruzadas  

Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙ башы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс: – Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине.


һәм шунда Уны һаҡлап ултырҙылар.


Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит.


Әммә йөҙ башы, Паулусты ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты. Ул йөҙә белгәндәргә беренсе булып һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты.


Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Паулусты һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Йүлиос атлы йөҙ башына тапшырҙылар.


Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙ башын саҡырып алды. Уларға: – Киске сәғәт туғыҙҙа Ҡайсареяға барырға ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ.


Ул, шунда уҡ ғәскәриҙәр һәм йөҙ баштарын алып, халыҡ йыйылған ергә ашыҡты. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Паулусты туҡмауҙан туҡтаны.


Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙ башы ярҙам һорап килде.


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.


Паулус иһә, йөҙ баштарының береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.


Ҡайсареяла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Корнелиус исемле бер кеше бар ине.


Был һүҙҙәр тыңлаусыларҙың йөрәктәренә үтеп инде. Улар Петрустан һәм башҡа илселәрҙән: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тип һораны.


Йәһүдтәр: – Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса, Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.


– Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тип һораны барыһы ла. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


– Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!


Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios