Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 27:52 - Изге Яҙма

52 ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

52 ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

52 ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 27:52
13 Referencias Cruzadas  

Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.


Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ.


Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелтелде – Ул үлгәндәрҙән беренсе булып терелгән!


Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.


Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк. Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ, Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.


Иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, беҙ Уның менән бергә йәшәһен тип, Мәсих беҙҙең өсөн йәнен бирҙе.


Һеҙгә сер асам: беҙ бөтәбеҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –


Мин әфраимдарҙы үлеләр донъяһынан ҡотҡарырмынмы? Уларҙы үлемдән йолоп алырмынмы? Эй әжәл, ҡайҙа һинең үләттәрең? Эй үлеләр донъяһы, емереклектәрең ҡайҙа? Мин ҡыҙғаныуҙы белмәйем!


Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел.


Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.


Бер мәлде исраилдар үлгән кешене дәфен ҡыла ине, ҡапыл Моав баҫҡынсыларын күреп ҡалдылар ҙа, мәйетте Ильясиғиндың төрбәһенә ташлап ҡастылар. Ильясиғиндың һөйәктәренә тейгән мәйет терелеп, аяғына баҫты.


Шунан һуң: – Дуҫыбыҙ Әлғазар йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios