Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 27:26 - Изге Яҙма

26 Шунан һуң Пилатос Бараббасты азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

26 Пилат шунда уларға Варавваны азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡас, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Шунан һуң Пилатос Бараббасты азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 27:26
11 Referencias Cruzadas  

Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған; Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән. Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән, Уның яралары беҙгә сихәт биргән.


Шунан һуң Пилатос Ғайсаны ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты.


Пилатос, халыҡҡа ярарға тырышып, Бараббасты азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.


Шуға күрә, уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм.


Туҡмағандарға – арҡамды, Һаҡалымды йолҡҡандарға яңағымды ҡуйҙым; Битәрҙән һәм төкөрөктән битемде ҡапламаным.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Уның яралары һеҙгә сихәт бирҙе.


Тегеләр Әҙәм Улын мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин өс көндән Ул терелеп торор.


мыҫҡыллау, ҡамсылау һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор.


Ахырҙа Пилатос Ғайсаны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Уны алып киттеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios