Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 27:22 - Изге Яҙма

22 – Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

22 – Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 – Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 27:22
16 Referencias Cruzadas  

– Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Һеҙгә Ғайса аша гонаһтарығыҙҙың ғәфү ителеүе хаҡында белдерелә.


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы.


Халыҡ йыйылғас, Пилатос уларҙан: – Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Бараббастымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны.


Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.


Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.


Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?


Идарасы халыҡтан тағы: – Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем? – тип һораны. – Бараббасты, – тинеләр.


– Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – тип һораны ул. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ аҡырҙылар.


Ҡатын Уға: – Мәсихтең (йәғни мәсехләнгән Заттың) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине.


Үлем язаһына тарттырырлыҡ һис бер ғәйеп тапмаһалар ҙа, Пилатостан Уны үлтереүҙе талап иттеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios