Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 26:61 - Изге Яҙма

61 Улар: – Был кеше: «Мин Алла йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

61 Улар: – Был кеше: «Мин Алла Йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

61 Улар: – Был кеше: «Мин Алла йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 26:61
22 Referencias Cruzadas  

– Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!


Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе!


Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Паулусты тыңланылар, ә унан: – Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.


– Был әҙәм кешеләрҙе Аллаға ҡануныбыҙҙа әйтелмәгәнсә табынырға өйрәтә, – тинеләр.


Шулай бер көн эпикурсылар һәм стоиктар мәктәбенә ҡараған ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре Паулус менән бәхәскә инде. Паулус Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был бушҡыуыҡ нимә әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште.


Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.


Ул ҡапҡа яғына ыңғайлағайны, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, шунда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.


Быны ишетеп фарисейҙар: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.


Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе: – Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны. – Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу.


Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.


– Кит бынан! – тинеләр уға. – Һин, килмешәк, беҙгә аҡыл өйрәтмәксе булаһыңмы? Беҙ һинең үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ. Улар Лутты ҡыҫырыҡлап, ишекте емерергә торғанда ғына,


Иң баш ҡаһин урынынан тороп, Ғайсаға: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине.


Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды.


– Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios