Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 26:42 - Изге Яҙма

42 Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам! Әгәр Миңә был туҫтаҡты эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярың буйынса булһын!

Ver Capítulo Copiar

Инжил

42 Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

42 Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам! Әгәр Миңә был туҫтаҡты эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярың буйынса булһын!

Ver Capítulo Copiar




Матфей 26:42
14 Referencias Cruzadas  

Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә Һинең ихтыярың үтәлһен.


– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.


Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны.


– Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәрсе! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Сөнки Мин күктән, ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине ебәргән Атамдың ихтыярын үтәргә килдем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios