Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 24:42 - Изге Яҙма

42 Шуға күрә уяу булығыҙ! Хакимығыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

42 Шуға күрә, уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

42 Шуға күрә уяу булығыҙ! Хакимығыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 24:42
17 Referencias Cruzadas  

Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ.


Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.


«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»


Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.


Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә.


Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Ҡотолоу мәле хәҙер беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда яҡыныраҡ.


Шуның кеүек, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.


Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.


Тиҙҙән бөтә нәмәнең аҙағы етәсәк. Шуға күрә, һәр ваҡыт доға ҡыла алыу хәлендә булыр өсөн, тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.


Тегеләр май һатып алып йөрөгән арала, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә инеп киткән һәм артынан ишек ябылған.


Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios