Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 23:4 - Изге Яҙма

4 Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Улар күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 23:4
10 Referencias Cruzadas  

Ғайса былай тип яуапланы: – Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә теймәйһегеҙ.


Шулай булғас, аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?


Сөннәткә ултыртылғандар араһында ла ҡанунды тотмаусылар бар, әммә, һеҙҙе сөннәтләндереп, бының менән маҡтанып йөрөргә теләйҙәр.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – инҡар итәһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.


Түәтейрала йәшәгән башҡаларға шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам.


Изге Рух ихтыяры менән беҙ һеҙҙе түбәндәге талаптарҙан башҡа бер нәмә менән дә борсомаҫҡа ҡарар иттек:


Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.


Шуға күрә уларҙы тыңлағыҙ һәм ҡушҡандарын үтәгеҙ, ләкин ҡылғандарын ҡабатламағыҙ, сөнки улар бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй.


Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios