11 Арағыҙҙа иң бөйөгө кем, шул һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ булһын.
11 Арағыҙҙағы иң бөйөгө һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ булһын.
Бар нәмәнән азат булһам да, мөмкин тиклем күберәк кешене Мәсихкә килтереү өсөн, үҙемде бөтөнөһөнә ҡол иттем.
Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, тик һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.
Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә – Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.
Мәсих хеҙмәтселәреме? Әйткәнем аҡылһыҙлыҡ булып яңғыраһа ла, әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.
Һеҙҙе «уҡытыусы» тип тә атамаһындар, сөнки һеҙҙең берҙән-бер Уҡытыусығыҙ – Мәсих.
Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып: – Кем беренсе булырға теләй, шул иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине.