Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 21:25 - Изге Яҙма

25 Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы ҡайҙан бирелгән? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

25 Яхъяның һыуға сумдырыуы ҡайҙан килә? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы ҡайҙан бирелгән? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 21:25
24 Referencias Cruzadas  

сөнки, әгәр йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләһә, Алла беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм Ул бөтәһен дә белә.


Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.


Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине» тип һөйләгәнем – бына Ул Үҙе, – тип ҡысҡырып иғлан итте.


Тегеләр үҙ-ара фекер алышты: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.


Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне.


Шәкерттәре үҙ-ара: «Беҙ икмәк алмаған өсөн шулай тип әйтә», – тиеште.


– Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен.


«Кешеләрҙән», – тиһәк, халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.


Тегеләре өндәшмәне. Ә Ғайса ауырыу кешене ҡосаҡлап алып һауыҡтырҙы ла өйөнә ҡайтарып ебәрҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios