Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 21:10 - Изге Яҙма

10 Ғайса Йәрүсәлимгә килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 Ғайса Иерусалимға килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Ғайса Йәрүсәлимгә килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 21:10
14 Referencias Cruzadas  

– Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Шаул. – Мин – һин эҙәрләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. –


Ә Һируд: – Яхъяның башын мин үҙем ҡырҡтырғайным, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораны. Һируд Уны күреү мөмкинлеген эҙләне.


Табын артындағылар бер-береһенә: – Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы ғәфү итә, – тиештеләр.


Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?


Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».


Ни был сүлдән күтәрелгән Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән, Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары, Мирра-ладан еҫен таратҡан?


Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.


Улар шулай бергәләшеп Бейт-Ләхәмгә юлланды, унда килеп еткәс, бөтә халыҡ уларға ҡарап хайран ҡалды, ҡатындар бер-береһенән: «Ысынлап та, Ноғомимы был?» – тип һорашты.


Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: – Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны.


Улар Ғайсанан: – Әйт әле, быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Ул вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны.


Был хаҡта ишеткәс, Һируд батша һәм уның менән бергә бөтә Йәрүсәлим халҡы хафаға ҡалды.


Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.


– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios