Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 20:26 - Изге Яҙма

26 Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

26 Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 20:26
23 Referencias Cruzadas  

Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын.


Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде.


Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып: – Кем беренсе булырға теләй, шул иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине.


Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.


Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


Шунда былары ла: «Хакимыбыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас йөрөгәнеңде, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күреп тә, Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар.


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине.


Ҡиәмәт көнөндә ул Раббы ярҙамы менән Раббының шәфҡәтен алһын. Уның Эфеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.


Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ, шатланыуығыҙҙы теләп, һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.


Утрауҙағы Саламис ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Яхъя ла улар менән ине, ярҙам итеп йөрөнө.


– Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, Минең кешеләрем Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.


Унда булған хәлдәрҙе йыраҡтан ҡарап торған бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға хеҙмәт итеү өсөн Галилеянан алып эйәреп йөрөгәйне.


Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул башҡаларға ҡол булһын.


Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа кем иң олоһо, шул үҙен иң кесе кеүек тотһон. Кем башлыҡ булһа, шул хеҙмәтсе кеүек булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios