Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 20:22 - Изге Яҙма

22 – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

22 – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 20:22
17 Referencias Cruzadas  

– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам! Әгәр Миңә был туҫтаҡты эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярың буйынса булһын!


Ғайса Петрусҡа: – Ҡылысыңды ҡыныңа тығып ҡуй! Атам биргән туҫтаҡтан эсмәҫ инемме ни? – тине.


– Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәрсе! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Хакимың Раббы, Үҙ халҡының дәғүәһен яҡлаған Алла былай ти: «Бына һине сайҡалдырған туҫтаҡ, Асыуымдың туҫтағын ҡулыңдан алдым. Башҡаса унан эсмәҫһең.


Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.


Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Шул һынауҙарҙың үткәнен ни тиклем интегеп көтәм!


Раббы былай ти: – Хатта был туҫтаҡтан эсергә тейеш булмағандар ҙа эскәндә, һиңә тейеш булып та, язаһыҙ ҡалмаҡсыһыңмы? Юҡ, һин язаһыҙ ҡалмаҫһың, ул көрәгәнән мотлаҡ эсерһең!


Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


Уның торлағы Сәлимдә, Йәшәгән ере Сионда.


– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петрус. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.


Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим! Һин Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең. Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios