Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 20:21 - Изге Яҙма

21 – Һин нимә теләйһең? – тине Ғайса. – Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе – Һинең уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине, – тине ҡатын.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

21 – Һиңә нимә кәрәк һуң? – тине Ғайса. – Һинең Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 – Һин нимә теләйһең? – тине Ғайса. – Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе – Һинең уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине, – тине ҡатын.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 20:21
24 Referencias Cruzadas  

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Батша уға: – Ни булды, Эстер батшабикә? Ниндәй үтенесең бар? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тип мөрәжәғәт итте.


Шул ваҡыт Ғайса янына шәкерттәре килеп: – Күктәр Батшалығында иң бөйөгө кем? – тип һораны.


Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.


Бергә йыйылғас, илселәр Ғайсанан: – Раббыбыҙ! Исраил батшалығын тергеҙә торған ваҡытың еттеме? – тип һоранылар.


Шул ваҡыт Һирудиастың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Һирудҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға: – Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине.


Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла: – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны.


Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.


Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелтелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда Мәсих Алланың уң яғында ултыра.


Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.


Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер.


Шәкерттәр араһында ҡайһыһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡты.


Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләне. Ул Йәрүсәлимгә яҡынлашҡайны, ә халыҡ, оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш, тип уйлай ине.


– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны. – Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тине һуҡыр.


– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.


Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр».


Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Баҫ-Шевағ Адонияһтың теләге тураһында һөйләшергә Сөләймән батшаға китте. Батша әсәһен аяғөҫтө баҫып, хөрмәтләп ҡаршы алды, уға баш эйҙе, шунан ҡабат тәхетенә ултырҙы. Әсәһе өсөн дә тәхет ҡуйҙырҙы. Баҫ-Шевағ батшаның уң яғынан урын алғас:


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios